Дөйә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
"Верблюд" бите бында йүнәтелә.
Дөйәләр
Бактриан (ике үркәсле дөйә)
Бактриан (ике үркәсле дөйә)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плаценталылар
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Һөйәл аяҡлылар
Ғаилә: Дөйәләр
Ырыу: Дөйәләр
Латинса исеме
Camelus Linnaeus, 1758
Төрҙәре
ITIS 624942
NCBI 9836
Дөйә

Дөйә — сүлдә һәм далала йәшәүсе һөт имеҙеүсе хайуан.

Дөйәләрҙең ике төрө була:

  • Бактриа́н — ике үркәсле дөйә;
  • Дромеда́р — бер үркәсле дөйә.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оло дөйәнең ауырлығы 500—800 кг-ға етә; репродуктив дәүере 2-3 йәштән башлана. Ул 40 йәшкәсә йәшәй ала.

Инә дөйә бутаһын имеҙеп тора

Дөйә ҡоролоҡло һәм ҡаты шартлы төбәктәрҙә тереклек итегә яраҡлы. Ҡуйы йөнлө тиреһе көн эҫеһе менән төнгө һыуыҡтан яҡшы ышыҡлай. Киң ике бармаҡлы тояғы ярмалы ҡом һәм ваҡ таштар буйлап йөрөү өсөн яйлы. Дөйә тирләмәй, ташландыҡ-ҡалдығы менән бик аҙ шыйыҡса сығара. Тын алғанда морононан бүленгән дым тирә-яҡ һауаға сығып юғалмай, махсус йыйырсыҡта йыйылып, кире ауыҙына ағып төшә. Дөйә оҙаҡ ваҡыт һыу эсмәй тереклек итә — бындай осраҡтарҙа уның ауырлығы 40 %-ҡаса кәмей. Һыу буйына еткәс, бер юлы 57 литрғаса һыу эсә ала.

Дөйәләрҙең күпселеге һыу ятҡылығын күргәне булмаһа ла, улар бик яҡшы йөҙөүсе.

Дөйәнең сүллектә йәшәүенә үҙенсәлекле яраҡлашыуҙарының береһе — ул май ҡатламдары булған үркәстәр. Дөйә үркәстәрендәге майҙың әселәнеүе аша һыу ала, тигән ярайһы киң таралған фекер йәшәй. Әммә эш шунда — тын алғанда организм май әселәнеүендә барлыҡҡа килгәндәгегә ҡарағанда күберәк дым юғалта. Ысынбарлыҡта иһә дөйәләр бары тик һыуһыҙлыҡты бик яҡшы кисерә. Дөйәләр ике аҙнаға тиклем һыуһыҙ, айға тиклем аҙыҡһыҙ йәшәргә һәләтле. Үркәстәрҙең ысын тәғәйенләнеше башҡа — улар дөйәнең арҡаһын ҡояш эҫеһенән һаҡлаусы үҙенә бер төрлө «ҡыйыҡ» булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, организмдың бөтә май һаҡламыһының арҡала тупланыуы йылылыҡтың яҡшы алмашыныуына булышлыҡ итә.

Дөйәләрҙең килеп сығышы һәм тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дөйәләрҙең барлыҡҡа килеүе һәм күпләп таралыуы Плиоцен һәм иртә плейстоцен Паракалелус тип аталған иртә тоҡомоноң юҡҡа сыҡҡан һәм хәҙерге дөйәләр (Camelus) тоҡомо барлыҡҡа килгән мәленә тап килә. Хәҙерге заман дөйәләренең ҡоро шарттарҙа йәшәүгә яраҡлашыуы (үркәстәр, аш һеңдереү һәм матдәләр алмашыныуы үҙенсәлектәре, күпләп һыу эсеү һәм, ошонан сығып, тоҙ күп тупланған аҙығы кәрәклеге, юрғалауы һ. б.), моғайын, дөйә һымаҡтарҙың (камелида) эволюцияһында сағыштырмаса һуң барлыҡҡа килгәндер һәм башта уларға хас булмағандыр. Дөйә талымһыҙлығы был хайуандарҙың башҡа үлән ашаусылар өсөн яраҡһыҙ шарттарҙа таралыуына сәбәпсе булған[1].

Альтикамелус (Aepycamelus)

Төньяҡ Америка биләмәһендә йәшәгән, тарихҡаса булған Aepycamelus тоҡомло дөйәләрҙең муйыны оҙон, ә арҡаһында үркәс урынына саҡ ҡына бейеклек була.

Күрәһең, хәҙергеләргә яҡын дөйәләр Төньяҡ Америкалағы дөйәләрҙән саваннаға оҡшаш ландшафттың ҙур киңлектәре менән айырылып торғанлыҡтан, унда дөйәләргә ҡоро һәм ҡырыҫ климатҡа яраҡлашырға мөмкинлек биргән анатомик һыҙаттар барлыҡҡа килә[1]. Евразияға боронғо дөйәләр Беринг муйыны аша Плиоцен аҙағында ингән, күрәһең, плейстоцен аҙағына тиклем унда күп булалар[1]. [2]. Урта виллафранканың аҙағына (2,1 — 1,97 млн йыл) Paracamelus alutensis төрө дөйәһенең (ЗИН РАН коллекцияһындағы 35676-сы һанлы) таш ҡорал менән киҫеү һәм ҡырҡыу эҙҙәре булған метатарсаль һөйәге фрагменты ҡарай. Һөйәкте Н. К. Верещагин 1954 йылда Дондағы Ростовтың көнбайыш ситендәге Ливенцовка карьерында таба[3][4]. Көнсығыш Европа биләмәһендә плейстоцен осоронда хәҙерге заман дөйәләренә бик яҡын ҙур Кноблох дөйәһе (Camelus Knoblochi) була. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: күптән түгел Раздор станицаһы эргәһендә (Рәсәйҙең Ростов өлкәһе) Кноблох дөйәһенең яҡшы һаҡланған баш һөйәге табыла[5]. Хәҙерге дөйәгә оҡшаған ике көмбәҙле дөйә ҡалдыҡтары Волга буйында, Иртыш ярҙарында һәм Мәскәү өлкәһендә табыла[6]. Дөйәләр (мамонт, йөнлө мөгөҙморон, эре мөгөҙлө боландар һ. б.) менән бергә 10—12 мең йыл элек һуңғы боҙланыу аҙағына тиклем Евразияның төньяғында булған мамонт фаунаһының төп вәкилдәренең береһе була. Ҡурсаулыҡта бындай фаунаны тергеҙеү проекты («Плейстоцен паркы») шул иҫәптән унда ике үркәсле дөйә индереүҙе лә үҙ эсенә ала[7].

Ҡулға эйәләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1884 йылда Нил экспедицияһы барышында дөйә корпусы сикхтары.

Дөйәләр беҙҙең эраға тиклем 2000 йылда ҡулға эйәләштерелә. Улар таралған урындарында иң ҡеүәтле йөк ташыусы һәм еген малы була. Көс сифатында 4-25 йәшлек дөйәләр файҙаланыла, улар ауырлыҡтың 50 процентын күтәрә ала. 4 йәштән 25 йәшкә тиклемге дөйәләр егеү өсөн ҡулланыла, ауырлығының 50 процентына тиклем йөк күтәрә ала. Дөйә көнөнә 30-40 км юл үтә ала[8]. Һыбайлы менән дөйә тәүлегенә 100 км тиклем йөрөй ала, уртаса тиҙлеге сәғәтенә 10-12 км.[9]. Дөйәләр боронғо һәм урта быуаттарҙан алып ғәскәрҙәрҙә йөк һәм һыбайлыларҙы ташыу өсөн ҡулланыла, дөйәләр хәрби кавалерия составында һәм айырым, йыш ҡына дошманды ҡурҡытыу маҡсатында ҡулланыла. Рәсәйҙә бер үркәсле дөйә тоҡомо — арван — һәм ике үркәсле өс тоҡом: ҡалмыҡ, ҡаҙаҡ һәм монгол тоҡомо үрсетелгән. Ҡалмыҡ тоҡомо иң ҡиммәтлеһе. Дөйә итен ашайҙар, һөтөнән шубат, май һәм сыр эшләнә. Дромедарҙарҙың һөт сығышы йылына уртаса 2000 кг (арван тоҡомло дөйәнән 4000 килограмдан артығыраҡ) һәм бактриандарҙа 750 кг (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 600—800 кг[8]). Шул уҡ ваҡытта һөттөң май миҡдары 4,5 һәм 5,4 %[9], ә С витаминының кимәле һыйыр һөтөнә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ[8]. Юғары сифатлы дөйә йөнө менән айырыла (һарыҡтарҙан юғарыраҡ баһалана), уның составында мамыҡ 85 % тиклем була. Бактриандың йөнө 5—10 кг һәм дромадерҙың 2—4 кг ҡырҡыла[9]. Дөйәне яҙ көнө ҡырҡалар[8].

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡулға эйәлештерелгән дөйәләр Азия һәм Африканың бик күп өлкәләрендә таралған, дөйәләр егеү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыла. Дромедарҙар Төньяҡ Африканың 1° көньяҡ киңлегендә, Ғәрәп ярымутрауында, Үҙәк Азияла осрай. XIX быуатта Австралия континентына килтерелә, бында урындағы климат шарттарына яраҡлашалар һәм 50 мең башҡа етәләр. Бактриандар Кесе Азияла һәм Маньчжурияла таралған. Донъяла барлығы 19 миллион дөйә иҫәпләнә, шуларҙың 14,5 миллионы Африкала тереклек итә.

Дөйә төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урта Азияла йәшәгән бактриан дөйәһе (Camelus bactrianus) кешеләр тарафынан борондан ҡулға эйәләштерелә, әммә Монголия һәм Көнбайыш Ҡытай сүллектәрендә әле лә ҡырағай бактриандарҙың һирәк өйөрҙәре осрай, унда һыу етмәүҙән ныҡ интегәләр, сөнки кеше, сүллекте үҙләштереп, тәү башлап асыҡ сығанаҡтарҙы биләй. Йорт дөйәләре башлыса Ҡаҙағстанда һәм Монголияла үрсетелә, уларҙы дромедарҙар кеүек үк бер маҡсатта ҡулланалар. Бактриан исемен Урта Азияның боронғо төбәге Бактрия исеменән алған, унда, күрәһең, тәүге тапҡыр ҡулға эйәләштерелә. Ҡырағай бактриандар йорт бактриандарынан күпкә бәләкәйерәк, ә уларҙың ваҡ осло үркәстәре ярайһы уҡ киң бил менән айырымлана; йорт бактриандарының ҙур үркәстәре йышыраҡ бер-береһенә яҡын урынлашҡан, улар араһында аралыҡ юҡ тиерлек. Тән ауырлығы буйынса йорт бактриандары дромедарҙарҙан ҡайтышмай тиерлек.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ВТ-ЭСБЕ|Верблюд, род животных|том=VI
  • БРЭ|статья =Верблюды |автор=Щипанов Н. А., Барминцев Ю. Н. и др.|id=1908324|том=5|год=2006|страница=151
  1. 1,0 1,1 1,2 В.В.Титов. Особенности морфологии и экологии верблюдов рода Paracamelus (PDF). Южный научный центр РАН, Ростов-на-Дону. — Современная палеонтология: классические и новейшие методы. М.: ПИН РАН, 2005. с. 161–166. Дата обращения: 30 март 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года.
  2. Верхнетретичные млекопитающие Приишимья. — Ю.А.Орлов. В мире древних животных. АН СССР, 1961. Текст книги, глава 2. Дата обращения: 31 март 2011.
  3. Саблин М. В., Гиря Е. Ю. Артефакт из Ливенцовки — Свидетельство присутствия человека на территории Восточной Европы в интервале 2,1 — 1,97 млн лет назад // Древнейшие миграции человека в Евразии. Материалы международного симпозиума. Новосибирск. Изд. ИАЭ СО РАН, 2009 г СС.166-174.
  4. М. В. Саблин, Е. Ю. Гиря. К вопросу о древнейших следах появления человека на юге Восточной Европы (Россия) // Археология, этнография и антропология. № 2 (42) 2010
  5. Титов В. В. Находка черепа древнего верблюда возле станицы Раздорской. Раздорский этнографический музей-заповедник (2 октябрь 2010). — Историко-культурные и природные исследования на территории РЭМЗ. Сборник статей, выпуск 1, 2003 г. Дата обращения: 31 март 2011. 2012 йыл 11 ғинуар архивланған.
  6. Верхнетретичные млекопитающие Приишимья. — Орлов Ю. А. В мире древних животных. АН СССР, 1961. Текст книги, глава 2. Дата обращения: 31 март 2011.
  7. А.А.Бондарев, Б.Ю.Кассал. История и перспективы развития териофауны среднего прииртышья (PDF). ФГОУ ВПО «Омский государственный педагогический университет». — Вестник ОГУ, №6/июнь 2009. Дата обращения: 31 март 2011. Архивировано 8 февраль 2012 года. 2015 йыл 28 апрель архивланған.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Верблюды, Верблюдоводство 2011 йыл 25 апрель архивланған..Справочный агросайт
  9. 9,0 9,1 9,2 Верблюды // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.